Өфөнән алимент түләүҙән төрлөсә ҡасып йөрөгән ирҙең дә 4 млн һум бурысы йыйылып киткән. Улдарына ярҙам итмәҫ өсөн ул эш хаҡын рәсмиләштермәгән, үҙенә бер мөлкәтен дә теркәмәгән, әммә барыбер бурысын түләүҙән ҡасып ҡотола алмаған. Суд приставтары уның Мәскәүҙә булыуын, «Газпром» акцияларын һатып алыуын асыҡлаған һәм был ҡиммәтле ҡағыҙҙарға арест һалып, уны һатыуға ҡуйған. Һатыуҙан алынған килемдән 2 млн һум аҡсаны алимент буйынса бурысын өлөшләтә ҡаплатыуға йүнәлткәндәр. Был аҡсалар ирҙең инде үҫеп еткән 21 һәм 26 йәшлек улдарының иҫәбенә күсереләсәк.