Гөлнара Ислам ҡыҙына ҡарата сираттағы енәйәт эше асылған: ул енәйәте төркөм ойоштороуҙа, әшнәләре менән рейдерлыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнә. Эшҡыуарҙарҙың сәнәғәт предпрятиятиеларын тартып алыу менән шөғөлләнгән төркөм туғыҙ миллиард долларлыҡ зыян килтергән.
2015 йылда Гөлнара һалым түләмәүҙә, урлашыу һәм ҡурҡытып аҡса талауҙа ғәйепләнеп, 5 йылға иркенән мәхрүм ителде. Күп тә үтмәй иҡтисади енәйәт ҡылыуҙа, илдең мәнфәғәтенә ҡаршы килгән килешеүҙәр төҙөүҙә, коррупцияла ғәйепләп, уға ҡарата тағы бер енәйәт эше асылды.
Атаһы үлгәндән һуң, 2017 йылда суд Гөлнараны 10 йылға хөкөм итте. Быға тиклем Кәримова өй тотҡононда ҡалдырылғайны. Тик күп тапҡыр тыйыуҙарҙы боҙған өсөн ҡатын холоҡ төҙәтеү колонияһына күсерелде. Ил прокуратураһы был енәйәтсенән күргән зыянды 2 миллиард доллар тип иҫәпләп сығарған.
Ә АҠШ Гөлнара Кәримованы ҡеүәтле енәйәт ойошмаһын етәкләүҙә, ришүәтселектә, 865 миллион долларҙы “йыуыу”ҙа ғәйепләгән һәм Америка финанс министрлығының “ҡара исемлегенә” индергән.