Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2020, 11:05

Милли проект: Онкология диспансеры киңәйтелә

РФ Хөкүмәте һаулыҡ һаҡлау объекттары өсөн төбәктәргә ҙур суммала аҡса бүлде. Башҡортостанға 185 миллион 735 мең һум киләсәк.

Ул аҡсаны беҙ Республика клиник онкология диспансеры төҙөүгә тотонасаҡбыҙ. Башҡортостанда "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн эштәр дауам итә. Федераль бюджеттан да ярҙам арыу ғына килә.
Үҙәк ҡаҙна үрҙә телгә алған клиниканың хирургия корпусына төкәтмә төҙөүгә финанс бүлә. Әйткәндәй, төҙөлөш 2017 йылдың сентябрендә башланғайны. Объект быйыл йәйгә тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Фото: Госстрой РБ
Читайте нас в