+2 °С
Болотло
Баш ҡалала экология акцияһы башланасаҡ. Уны “Елки в щепки” тип атағандар. Барлығы 26 майҙансыҡта 11, 12, 18 һәм 19 ғинуарҙа Яңы йыл байрамының төп атрибуттарының береһен – шыршыны эшкәртеүгә йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Йыйылған ағастар “Горзеленхоз”ға йә ”Кроношпан” заводына ебәреләсәк.
Бындай акция былтыр ҙа уҙғарылған, ике көндә 1000 шыршы тапшырылған. Ә 70 мең һатылған булған. Ҡалған 69 меңе ҡайҙа булғандыр инде?
Шыршы йыйыу майҙансыҡтары тураһында мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында йә социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә табырға була.
Фото: "Башинформ".