Ошо айҡанлы, Яңы йыл байрамдары менән бер рәттән әҙәби саралар ҙа башланды. Кисә бер төркөм яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бабич һәйкәленә сәскәләр һалып, шиғырҙар уҡып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылын асып ебәрҙе. Шағирҙың тыуған яғында- Дүртөйлө тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Башҡорт шиғриәте тарихындағы исем" күргәҙмәһе асылды. Унда шәхестең тормошона, ижадына арналған документтар, фотоһүрәттәр, әҫәрҙәр тәҡдим ителгән.