Ике конференцияның командалары туғыҙ осрашыуы менән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырасаҡ. Беҙҙе бигерәк тә Көнсығыш конференцияһы ҡыҙыҡһындыра. Сөнки плей-оффҡа "Салауат Юлаев" командаһы кеүек дәғүә иткән командалар, бына-бына өфөләрҙе ҡыҫырыҡлап сығырға тора. Әйтәйек, юлаевсыларҙан бер баҫҡысҡа юғары торған "Себер" уйынсылары "Нефтехимик"ты ҡабул итһә, һигеҙенсе урында урынлашҡан "Металлург" командаһы "Автомобилист"ҡа һынау тотасаҡ. Әгәр икеһе лә еңеү яулаһа, беҙҙекеләр йәнә аҫҡа тәгәрәйәсәк. Уларҙы хатта "Адмирал" клубы ла ҡыҫырыҡлап, турнир таблицаһының унынсы баҫҡысына төшөрөүе ихтимал. Русса әйтмешләй: доигрались...