Кискә ҡарай Стәрлетамаҡ районында "Лада Ларгус" ҡаршы килгән "Isuzu" йөк машинаһына барып һуғылып, шунан һуң "Ford Fiesta"ға бәрелеп, кюветҡа осоп төшә.
"Ларгус"тың 37 йәшлек водителе (ул Көйөргәҙе районынан), уның ике пассажиры (47 һәм 24 йәшлек ҡатындар) ауыр хәлдә дауаханаға эләккән.
Шулай уҡ аварияла "Ford"тың 29 йәшлек пассажиры ла (Шишмә районынан) зыян күргән.
Бөгөн, 29 декабрҙә, киске сәғәт биш тирәһендә Өфө янында, Һамар-Өфө-Силәбе автоюлы һәм Нуғай шоссеһы сатында, ВАЗ-2115 менән "Subaru XV" машиналары бәрелешкән. ВАЗ-дың водителе шунда уҡ яраларҙан йән биргән. Күп төрлө йәрәхәттәр алған пассажиры - дауаханала.
Авария буйынса тикшереү бара.