Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабря 2019, 16:43

Юл фажиғәләре - 27 декабрь

27 декабрҙә республика юлдарында 20 автомобиль аварияһы теркәлгән, 3 кешенең ғүмере өҙөлгән, 22 кеше травмалар алған.

Иртән Хәйбулла районында ВАЗ-2114 менән "Skania" машиналары бәрелешкән. Аварияла еңел машина водителе ауыр травмалар алған, уның 31 йәшлек пассажиры (ул Йылайыр районынан) һәләк булған.
Дыуан районында, Мәсәғүт ауылының Совет урамында, 27 йәшлек егет "Chevrolet Cruze" машинаһында 67 йәшлек ҡатынды төрттөргән. Ҡатын дауаханаға алып китеп барғанда йән биргән. Водителдең һүҙе буйынса, йәйәүле юлға кинәт килеп сыҡҡан...
27-нән 28-нә ҡараған төндә Мишкә районында ҡара-ҡаршы килгән "Mitsubishi Canter" менән "Лада Гранта" бәрелешкән. "Лада Гранта"ның 33 йәшлек пассажиры "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. 27 йәшлек водитель менән тағы бер пассажир - дауаханала.
"Mitsubishi Canter" менән Пермь крайынан 31 йәшлек ир идара иткән.
Фото: Д.З.Ғилметдинов.
Читайте нас