Йәғни, Көнсығыш конференцияһындағы юлаевсыларҙың турнирҙаш дәғүәселәре мәрәй йыйып, улар юҡта хәлдәрен яҡшыртты. Әйтәйек, "Себер" менән "Куньлунь Ред Стар" клубтары үҙ-ара сәкәләшеп, мәрәй бүлеште. Ҡытай командаһы Новосибирск уйынсыларына буллит серияһында еңелеп, бер мәрәй булһа ла яуланы һәм "Себер" менән өфөләрҙе етенсе баҫҡысҡа ҡыҫырыҡлап төшөрҙө. Хәҙер юлаевсыларҙы плей-оффтан "Адмирал" командаһы ғына ҡалдыра ала. Сөнки уларҙың запаста өс уйыны бар.