Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабря 2019, 06:00

Рәсәй үҫмерҙәре тарихи еңеү яуланы

Хоккей буйынса Чехияла барған 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы Канада уйынсыларын 6:0 иҫәбенә ҡыйратты.

Брагиндың тәрбиәләнеүселәре беренсе төркөм осрашыуында чемпионат хужаларына 4:3 иҫәбенә отолғас, икенсеһендә үсен Канаданан алды. Улар алты яуапһыҙ шайба индереп, хоккей уйыны тыуҙырыусыларҙы мәсхәрәгә ҡалдырҙы. Быға тиклем беҙҙең үҫмер хоккейсылар донъя беренселектәрендә уларҙы бындай иҫәпкә алдырғаны булмай. 2011 йылда ғына Рәсәй йәштәре Канаданы 5:3 иҫәбенә отҡайны. Ә инде СССР ваҡытында, йәғни 1989 йылда уҙған донъя чемпионатында, беҙҙекеләр уларҙы 7:2 иҫәбенә ота.
Фото:ТАСС
Читайте нас