Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2019, 01:13

Ҡыйғыла ҡыуаныслы яңылыҡ!

Бөгөн Түбәнге Ҡыйғыла 150 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто асылды!



Мәҙәни усаҡты төҙөү "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды.
Мәҙәниәт йортонда сәнғәт мәктәбенең филиалы, китапхана һәм музей урынлашҡан.


Заманса тамаша залы кино күрһәтеүгә лә яраҡлаштырылып йыһазландырылған.
Сәнғәт мәктәбенең филиалында балалар «Фортепиано» һәм «Бейеү сәнғәте» йүнәлештәре буйынса белем аласаҡ.

Төҙөлөш быйыл июнь айында башланғайны. Проектың дөйөм суммаһы - 42 млн. һум. Эштәрҙе «ГК ЛидерГрупп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарҙы.



Фото: ВК-нан.
Читайте нас в