Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабря 2019, 19:27

Юл фажиғәләре - 27 декабрь

Бөгөн, 27 декабрҙә, Хәйбулла районындағы аварияла кеше һәләк булған.

ВАЗ-2114 менән "Skania" йөк машинаһы бәрелешеп, еңел автомобилдең водителе ауыр йәрәхәттәр алған, ә 31 йәшлек пассажир (Йылайыр районынан) шунда уҡ йән биргән. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Көйөргәҙе районында биш машина бәрелешкән. Авария Өфө-Ырымбур трассаһында булған.
Бер версия буйынса, бензовоз "Мan" тәүҙә ыңғай килгән "Chery Tiggo" һәм ВАЗ-2115 машиналарына, шунан һуң ҡаршы килеүсе "Skania" бензовозына барып бәрелгән.
ВАЗ машинаһы иһә "Лада Гранта"ға һуғылған. Аварияла, шөкөр, кешеләр йәрәхәтләнмәгән. Машиналар ғына зыян күргән.
Епшек ҡар яуыу сәбәпле, республика юлдарында боҙлауыҡ, шуға ла Башҡортостандың автоинспекцияһы водителдәргә хәүефһеҙ тиҙлекте һайларға, ҡыумаҫҡа, һаҡ йөрөргә кәңәш итә.
Бындай юлдарҙа киҫкен һәм хәүефле маневрҙар яһау тыйыла, айырыуса ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле булғандары. Ҡайһы бер водителгә үҙ ғүмеренең, һаулығының ҡәҙере булмаһа ла, уның башһыҙлығы арҡаһында һис бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең зыян күреүе ихтимал.
Фото: Д.З. Ғилметдинов.


Читайте нас