Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабря 2019, 19:03

Юл фажиғәләре - 26 декабрь

26 декабрҙә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 12 кеше травмалар алған.


Иртән Өфөлә 55 йәшлек водитель "КамАЗ" машинаһында пенсионерканы тапай. Оло йәштәге ҡатын ярамаған ерҙән юлды аша сығып барған булған...
Бөгөн төндә Баймаҡ ҡалаһында ике йәйәүле тапалған (водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан).

34 йәшлек ҡатын "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. 27 йәшлек Йылайыр районы егетен дауаханаға һалғандар.
Бер аҙҙан уларҙы тапаған водитель кире әйләнеп килеп, үҙ ғәйебен таный.
"Opel Mokka" водителенең һөйләүе буйынса, ул тәүҙә ныҡ ҡурҡҡан, шуға ла ҡасҡан. Иҫерек булыуын, авариянан һуң спиртлы эсемлек эстем, тип аңлатҡан.
Был фажиғә буйынса тикшереү бара.
Тәүлек эсендә 39 иҫерек водитель тотолған, урланған машина эҙләп табылып, хужаһына кире ҡайтарылған.

Фото: Д.З. Ғилметдинов.

Читайте нас