– Әхирәтем мине рәнйетте. Ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәкмен... Ух, ул шундай уҫал...
– Ул һинең дуҫың да инде, ғәфү итергә кәрәк, – тип кәңәш бирә икән күрше ҡатын.
– Бер ҡасан да! Мине яратмаған кешене... Мине алдаусыларға ниңә яҡшылыҡ ҡылайым?
– Һиңә бер риүәйәт һөйләйем улайһа. Бер кеше йәшәгән. Тәбиғәттән төндә лә көндөҙ кеүек – яҡты, ҡышын йылы булыуын һораған был. Ә Тәбиғәт был үтенескә ыңғай яуап бирә алмаған. Кеше уға бик асыуланған да: “Ә-әә, шулаймы? Мин бынан ары төндә фонарь яҡтыртмаясаҡмын, ҡышын ут яҡмаясаҡмын, өйөмдө йылытмаясаҡмын – ҡараңғыла, һыуыҡта тор әйҙә”, – тип янаған...
– Һай-йй, алйот! Тәбиғәт кешенең ярҙамына мохтажмы ни инде? – ҡатын күршеһен бүлдергән. – Үҙенә генә зыян эшләй был ир...
– Ә ул ваҡытта ниңә һин әхирәтеңә үсегеп, күңелеңде ҡараңғылыҡ менән тултыраһың? Йөрәгеңде өшөтәһең? Был асыуыңды башҡаларға ла таратып, үҙең тураһында кире фекер ҡалдыраһың?
Киреһенсә, ғәфү ит һәм ары атла. Күңелеңә усаҡ тоҡандырып, тирә-йүнеңде яҡтыртып, йылытып. Ул сағында күрерһең: кешеләр һинең яныңа йыйылыр.