Был турала уның улы, билдәле музыкант, саксофонсы Артур Ғиниәтуллин соцселтәрҙә хәбәр итте.
“Атайым сәләмәтлегенә зарланманы. Бөгөн ул әсәйем менән театрға барған, ҡапыл йөрәге ауыртып китә һәм әсәйҙең ҡулында баҡыйлыҡҡа күскән, "-тип яҙа ул.
Улы әйтеүенсә, Маузир Ғиниәтуллинды һуңғы юлға Яр Саллы ҡалаһында 23 декабрҙә оҙатасаҡтар. Ул үҙенең тыуған яғында- Аҙнаҡай районы Сарлы ауылында ерләнәсәк.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Маузир Ғиниәтуллин һәммәһенең хәтерендә изге йөрәкле, асыҡ күнелле кеше, абруйлы шәхес булып ҡалыр.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән