Учалы районында даими йәшәгән, уртаса килемдәре йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында амбулатор иҫәптә торған 6 айлыҡтан алып 3 йәшкә тиклемге балалар һөт продукцияһын бушлай аласаҡ.
Һөт аҙыҡтарын бушлай алыр өсөн "Һөт кухняһы"ның таратыу пунктына түбәндәге документтарҙың күсермәһен килтерергә кәрәк:
- ғаиләнең аҙ милеклеләр категорияһына ҡарағаны тураһында белешмә;
- педиатрҙан – баланың һөт аҙыҡтарына аллергияһы юҡлығы тураһында белешмә;
- баланың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ;
- ата-әсәһе йәшәгән адрес буйынса баланың теркәлеүе тураһында белешмә.
Ошо белешмәләрҙең күсермәһе менән ғариза бланкын һәм килешеүҙе тултырырға кәрәк буласаҡ.
Шунан һуң бала иҫәпкә ҡуйылып, үҙ йәшенә тейешле һөт аҙыҡтары менән тәьмин ителәсәк.
Әлегә һөт аҙыҡтары дүшәмбе һәм йома көндәре сәғәт 11-ҙән сәғәт көндөҙгә икегә тиклем льготалы категорияларға таратыласаҡ, башҡаларға иһә продукция көн һайын дүшәмбенән йомаға тиклем сәғәт 10-дан көндөҙгә өскә тиклем һатыласаҡ (шәмбе, йәкшәмбе - ял).