Килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, һуғым һуйыу йолаһын күрһәтеп, йылға буйында эсәк йыуып, ҡаҙы тултырыу йолаһын да атҡарҙы рафиҡтар.
Бынан тыш һалма ҡырҡыу бәйгеһе, "Иң тәмле бәлеш" конкурсы, ауыл шыршыһы янында милли уйындар ҙа үткәрелде.
Мәҙәниәт йортонда һуғым ашы ашатыу йолаһы йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.