Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабря 2019, 02:20

"М.Кәрим исемендәге Йәштәр театры марафонды “Яңы йыл мажаралары” менән башланы"

тип хәбәр итте мәҙәниәт усағының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.

- Йылдың иң күңелле, иҫтәлекле һәм мөғжизәле байрамы алдынан, ғәҙәт буйынса йыл театрыбыҙ байрам марафоны үткәрә. Быйыл уны 20 декабрҙә “Яңы йыл мажаралары” әкиәте башлап ебәрҙе. Премьераны йәш тамашасылар ихлас ҡабул итте. Әкиәт геройҙары менән бергә борсолоп, ҡыуанып, ҡул сабып ултырҙы бәләкәстәр. Шулай булмай ҙа мөмкин түгел, Мәскәй әбейҙең хәйләкәрлеге хаттин ашып, Яңы йыл байрамын туҙҙыра яҙҙы бит! Ярай әле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уны ваҡытында туҡтатып ҡалды. Әйткәндәй, һәр тамаша алдынан театр фойеһында театрға килеүселәрҙе Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡаршы аласаҡ. Бәләкәстәр байрам шиғырҙары ятлап, шыршы тирәләй әйләнер.
Бына-бына марафондың икенсе Яңы йыл премьераһы башланырға тора. Уныһы инде беҙҙең бала саҡтан яратып өлгөргән Айболит, яуыз Бармалей һәм улар эргәһендә йөрөүсе хайуандар ҡатнашлығында мюзикл булыр, тип көтөлә. Әлбиттә, театр артистары бөтә серҙе асмай, шулай ҙа репетицияларҙың ҡыҙыу барғанлығы тураһында ишетелде. Әйткәндәй, Айболит үҙе кисә генә Африканан ҡайтҡан, тиҙәр. Маймылдарҙан күп сәләм еткерә. Тағы ла... ммм, әй, ҡалғандарын театрҙа осрашҡас белербеҙ! Был тамашаларҙан тыш марафонға “Чиполлино”, “Щелкунчик” әкиәттәре лә ҡушылырға әҙер. Уларға ла билеттар таралып бөтөп бара. Яңы йыл каникулдарын баш ҡалала үткәрергә теләүселәргә билеттарҙы интернет аша касса.ру сайтында һатып алырға мөмкин.
Милли йәштәр театрында байрам марафоны киләһе йылдың 12 ғинуарына тиклем дауам итә.
Фото: "Бәйләшнештә" селтәренән
Читайте нас