Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабря 2019, 07:40

Слуцкий “Рубин” командаһын ҡотҡармаҡсы

Өс йыл ситтә йөрөп, тәжрибә туплағандан һуң, Рәсәй футбол белгесе Леонид Слуцкий тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.

48 йәшлек тренер Ҡазандың “Рубин” клубы менән биш миҙгелгә килешеү төҙөнө. Слуцкий бынан өс йыл элек ЦСКА-нан китеп, Англия чемпионатына барып сыға. Унда “Халл Сити” клубын етәкләп, оҙаҡ тормай эштән китә. Нидерландҡа барып, “Витесс” командаһына баш тренер булып тәғәйенләнә. Беренсе йылда уңышлы ғына эшләп, командаһы менән бишенсе урын яулай. Киләһендә лә чемпионатты уңышлы башлай, әммә һуңғараҡ тәрбиәләнеүселәре биш уйын рәттән отолғас, Рәсәй белгесе отставкаға китә.
Уны беҙҙең “Спартак” клубына ҡоҙалайҙар, әммә ул үҙенең ЦСКА-һына тоғролоғон белдереп, унда бармаясағын белдерә. Ә инде әрме клубы, ул киткәндән бирле чемпион була алмай йонсой. ЦСКА уның етәкселегендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булғайны.
Фото:ФК"Рубин"
Читайте нас