Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабря 2019, 08:55

Байрамда алкоголде сикләү арҡаһында, уға хаҡ күтәреләсәк?

Белгестәр, халыҡ байрам алдынан спиртлы эсемлектәр запасын туплауҙы хәстәрләйәсәк, тип белдерә.

Мәғлүм булыуынса, республика Хөкүмәте Яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү буйынса сикләүҙәр индерҙе. Урындағы үҙидаралыҡтың да өҫтәмә тыйыуҙар ҡабул итергә хоҡуғы бар. Ә бына ял мәлендә рөхсәт ителгән көндәрҙә алкоголгә хаҡ артыуы мөмкин, ти Берәмләп һатыу компаниялары ассоциацияһы.
Халыҡ байрам алдынан күпме алкоголь һатып алған, алдан запас туплағанмы, ғинуар сикләүҙәре һөҙөмтә биргәнме - был күрһәткестәр һуңынан билдәле буласаҡ.
Ә әлегә, байрамда халыҡ, ысынлап та, аҡылын юйғансы эсмәҫ, эскелек арҡаһында йөрәккә ҡан һауырлыҡ фажиғәләр булмаҫ, тип ышанайыҡ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас