Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2019, 08:05

Мерәҫтәр ППМИ-ла ҡатнашып тракторға эйә булды!

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы биләмәһе Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында икенсе йыл рәттән уңышҡа өлгәште.

Былтыр уның аҡсаһына ауыл клубының ҡыйығын яңыртҡандар. Артып ҡалған суммаға тупһа майҙансығы ремонтланған.

Быйыл да мерәҫтәр әүҙем булған - II турҙан үтеп, ауыл кәрәк-ярағы өсөн ҡарышлауыҡлы трактор ала алғандар.

"17 декабрь көнө тракторҙы алып килделәр.
Ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!
Артабан ППМИ-2020-лә әүҙем ҡатнашайыҡ!

тип яҙғандар "Бәйләнештә" селтәрендәге "Мерясовский сельсовет" төркөмөндә.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас