Ҡаланың Крупская урамында урынлашҡан тәүге пунктта документтар ҡабул ителә, исемлек тулыландырыла. Икенсеһе – һөт кухняһы продукцияһын таратыу нөктәһе Карл Маркс урамындағы 57-се йортта.
Ул өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы һөт ризыҡтары: һөт, кефир, эремсек, йогурт менән тәмьин итәсәк.
Яҡын арала иһә ассортиментты 12 төргә байытыу ҡаралған.