Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабря 2019, 13:25

Ҡурҡып та тормағандар, шәхси биләмәлә һунар иткәндәр

Әлшәй районының Һарайлы ауылында һунарсылар шәхси биләмәгә килеп ингән мышыны аулағандар.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һунар урманда уҡ башлана. Бер нисә атыу тауышы ишетелә, һунарсыларҙан ҡасҡан ҡыр хайуаны шәхси биләмәгә үк килеп инә. Тик ул ике аяҡлы йыртҡыстарҙан ҡотола алмай. Ҡанһыҙ аусылар уны шәхси йорт ихатаһында атып ала.
Ҡот осҡос хәл тураһында ауыл халҡы социаль селтәргә яҙа.
Фото: vk.com/newsgroup_ufa
Читайте нас