Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабря 2019, 13:05

Медуниверситет студенттары маҡтауға лайыҡ

Республиканан өс мең студент «Мин – профессионал» олимпиадаһында ҡатнашты.

«Мин – профессионал» олимпиадаһы РФ Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамы менән ойошторола. Был проект – «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» Президент платформаһындағы иң алдынғыларҙың береһе. Сараның һайлап алыу туры 17 көн барҙы, төбәктең 20 вузы студенттары онлайн-этапта үҙҙәренең белем кимәлен һынап ҡараны.
Онлайн-этапта «Стоматология», «Педиатрия», «Дауалау эше һәм педиатрия», «Юриспруденция», «Математика» йүнәлештәре буйынса ҡатнашыусылар күп булған..
«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» коммерциялы булмаған ойошма директоры Алексей Комиссаров, Башҡорт дәүләт медицина университетының студенттарын маҡтап телгә алған.
Олимпиаданың төп этабы 2020 йылда уҙасаҡ. Еңеүселәр магистратура, аспирантура һәм ординатураға уҡырға ингәндә, ташламаларға эйә буласаҡ, эре профилле компанияла стажировка үтә аласаҡ. Миҙалға лайыҡ булыусыларға 100 меңдән алып 300 мең һумға тиклем аҡсалата премия ҡаралған.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас