Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2019, 17:40

Инсульт кисергәндәргә – дарыуҙар бушлай

Рәсәйҙә 2024 йылға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты бойомға ашыраласаҡ.

Рәсәйҙә 2024 йылға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты бойомға ашыраласаҡ. Уның сиктәрендә был өлкәгә 1,7 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был йүнәлештә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлемде кәметеү, 140 ҡан тамырҙары үҙәген һәм 469 бүлексәне медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү ҡаралған. Төп маҡсат– кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткереү.
Миокард инфаркты, киҫкен коронар синдром һәм инсульт кеүек ҡан тамырҙары, йөрәк ауырыуҙары кисергән, йөрәктәренә операция эшләткәндәр 2020 йылдан бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Улар был мөмкинлек менән ике йыл буйына файҙалана аласаҡ.
Табиптар билдәләүенсә, инфаркт, инсульт кисергән һәр өсөнсө кешелә , дарыуҙар ҡулланмауҙан, шул уҡ йылды был сирҙәр тағы ҡабатлана.
Читайте нас: