Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2019, 21:00

"Иғтибар - балалар!"

Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" тип аталған профилактик саралар башланды.

Дәүләт автоинспекцияһы һәм мәғариф органдары бөгөндән балаларҙы транспортта йөрөтөүгә айырым иғтибар йүнәлтәсәк, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар үткәрәсәк, ЮХХДИ постары балалар күп йыйылған урындарға яҡынайтыласаҡ.
Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары буйынса хәл һаманғаса ҡырҡыу ҡала бирә: 11 ай эсендә республикала 397 автомобиль аварияһында егерме баланың ғүмере өҙөлгән, 423 бала төрлө травмалар алған.
Фото: Интернеттан.
Читайте нас: