Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабря 2019, 17:25

Юл фажиғәләре - 15 декабрь

Кисәге иң тыныс көн булған - республика юлдарында бер авария теркәлгән, бер кеше йәрәхәттәр алған.

5 декабрҙә аварияла йәрәхәттәр алған ҡатындың вафаты тураһында хәбәр килде.
Авария Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 28-се саҡрымында, булғайны.
Ҡара-ҡаршы килгән "Лада Приора" менән "Renault Logan" бәрелешеп, "Лада" ыңғай килгән "Freightliner" йөк машинаһына ла һуғыла.
Тулыһынса ватылған "Лада Приора"ның 33 йәшлек водителе менән 45 йәшлек пассажиры ауыр хәлдә дауаханаға йәһәт кенә оҙатылһа ла, кисәге пассажир ҡатын, иҫенә лә килмәйенсә, йән биргән.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Читайте нас