Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабря 2019, 06:50

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәне ҡарағыҙ!

Тура тапшырыу 16 декабрҙә, иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ.


Уны БР Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк. Кәңәшмәлә БР башҡарма власы, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың төбәк органдары етәкселәре ҡатнаша.
Сарала торлаҡ-коммуналь хужалығындағы, юл-транспорт комплексындағы хәлдәр, "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һөҙөмтәләре тикшереләсәк.
Видео конференцияһында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән 2020 йылға һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү, газондарҙа транспорттың законһыҙ туҡталҡаға ҡуйылыуҙа хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса әңгәмә үтәсәк. Шулай уҡ эш хаҡы буйынса бурыстарҙы бөтөрөү саралары, Яңы йылды ҡаршылағанда йәмәғәт хәүефһеҙлеге һорауҙары ҡараласаҡ.
Кәңәшмәнең тура тапшырыуын "Бәйләнештә" селтәрендәге төрөмөбөҙҙә ҡарарға мөмкин.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас