Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙә сифатлы продукция күп һәм уларҙы тап үҙебеҙҙең предприятиелар етештерә. Һуңғы осорҙа халыҡ араһында ла тап үҙебеҙҙә сығарылған аҙыҡ-түлеккә ихтыяж ҙур. Проект урындағы етештереүселәргә ярҙам итеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Шулай уҡ халыҡҡа һәм туристарға үҙебеҙҙең продукция тураһында мәғлүмәт таратыу йәһәтенән дә отошло, тип белдерә ойоштороусылар.