Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2019, 19:10

Юл фажиғәләре - 12 декабрь

Кисәге республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, һигеҙ кеше травмалар алған.

Төнгә ҡарай Дүртөйлө районында ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-2114 менән ГАЗ йөк машинаһы бәрелешкән.
21 йәшлек егет йөрөткән еңел машинаның ике пассажиры ла, 21 йәшлек егеттәр, авариянан һуң урындағы дауахананың реанимация бүлегенә эләккән.
ГАЗ машинаһы Пермь крайынан (водителенә 40 йәш).
Полиция хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен тикшерә.

Бөгөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш машина йөрөткән 24 водителде тотҡан, урланған автомобилде эҙләп табып, хужаһына кире ҡайтарғандар.
Фото: ЭЭМ сайтынан.
Читайте нас