Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2019, 11:35

«Ауыл биләмәләре комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлаясаҡ

Республикала киләһе йылдан «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫтереү» федераль программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Уға ярашлы, яңы төҙөлөш объеттары барлыҡҡа киләсәк: 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һуҙыу, 157 саҡрым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза тапшырылған. Шулай уҡ, 40 ҡасаба – “зәңгәр яғыулыҡ”, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш. Ауыл хужалығы министрлығы 1 мең 300-ҙән ашыу ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы субсидияларға, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса 150-нән ашыу проектты сафҡа индереүҙе, 10-ға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе күҙаллай.
Фото: "ГТРК Башҡортостан"
Читайте нас