Фән менән шөғөлләнгән роталар Хәрби - йыһан көстәре, Хәрби- дингеҙ флоты, Элемтә хәрби академияһы һәм Баш хәрби- медицина академияһында, « Эра» хәрби инновация технополисында бар. Фәнни ротаға эләгеү өсөн талаптар юғары: хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың фән өлкәһендә ҡаҙаныштары булырға тейеш . Буласаҡ ғалим- хәрбиҙәрҙе РФ Оборона министрлығының фәнни тикшеренеү ойошмалары һайлап ала. Егеттәргә РФ Оборона министрлығының фәнни үҙәгенә алдан заявка ҡалдырыу шарт.