Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабря 2019, 06:30

Милли проект: Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр

Башҡорт дәүләт аграр университеты "Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр" проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн туғыҙ миллион һум грант алды.

Был белем биреү проекты БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан әҙерләнгән һәм өҫтәмә белем биреү программаһын үҙ эсенә ала. Унда өс йүнәлеш бар: «Апробация сельскохозяйственных культур», «Профилактика и лечение незаразных, инфекционных и инвазионных болезней сельскохозяйственных и домашних животных», «Интенсивная технология производства продукции пчеловодства».
"Мәғариф" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыласаҡ был проектта 2000-ләп кеше (шул иҫәптән вуз уҡытыусылары, аграр тармаҡ эшсәндәре, ябай халыҡ та) бушлай һөнәрен яңырта ала, өҫтәмә белемгә эйә була. Әлбиттә, программала ҡатнашҡан кеше махсус таныҡлыҡ та аласаҡ.
Уҡыу көндөҙгө бүлектә лә, ситтән тороп та ҡаралған. Курста теоретик һәм практик дәрестәр буласаҡ.
Фото: БГАУ сайтынан.
Читайте нас