Барлыҡ өлкәләр ҙә телгә алынды, ниндәй проблемалар булыуы һанап үтелде. Тиҙҙән Мөрәжәғәтнамәне атҡарыу өсөн махсус программалар ҙа барлыҡҡа киләсәк, ә беҙгә, Радий Фәрит улы әйтмешләй, бурысты урын-еренә еткереп тамамлау (“дожимать”) ҡала.
Әйткәндәй, был сарала ябай кешеләрҙең дә ҡатнашыуы, Башлыҡ уларҙы исемләп атауы менән быйылғы Мөрәжәғәтнамә тантанаһы башҡаларҙан айырылып торҙо.