Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабря 2019, 07:05

Сибайҙа ла "төртөклө" шыршы ҡуйылды

"Төртөклө" тигәнгә аптырамағыҙ - пикселле шыршы, "пиксельная елка" тип яҙа ла ҡуялар бит. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "пиксель" төшөнсәһе компьютер, телефон экрандарындағы һүрәтте барлыҡҡа килтергән иң бәләкәй элемент, төртөк, нөктәне аңлата. Ҡоролманың төртөктәре - яҡтылыҡ диодтары яна-һүнә, һүрәттәр барлыҡҡа килтерә, шуға ла заманса шыршыны башҡортса "төртөклө" шыршы тип атарға мөмкин.

Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанына ла шундай төртөклө шыршы ҡуйыла. Быға ҡәҙәр республикала ундай шыршылар бөтөнләй булмаған. Быйыл иһә уны 8 ҡалала—Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Ағиҙелдә күрергә мөмкинлек бар.
Әлеге мәлдә шыршы-ҡупшыны ситтән махсус саҡырылған монтажлаусылар ҡороп бөткән.
Бөгөн төштән һуң, сәғәт 5-лә төп шыршыны асыу тантанаһы үтәсәк. Яңы йыл хороводы, Ҡыш бабайҙар парады үтәсәк. Килегеҙ, күңелле буласаҡ!
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас