Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2019, 11:15

Милли проект: Йыл аҙағынаса әҙер булырға тейеш

БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров балалар баҡсалары төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.

“Демография” милли проекты буйынса Өфө ҡалаһында һәм районында социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшө тикшерелде.
“Дим – 6” биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшөндә эштең ҡыҙған сағы. Андрей Назаров процесты тағы ла тиҙәйтергә ҡушты.
Зубов ауылында ла балалар баҡсаһы һалына. Ул 260 урынға иҫәпләнгән. Бында ла эште йылдамландырырға кәрәк.
Ғөмүмән, вице-премьер төҙөүсе ойошмаларҙан көндәлек отчет талап итте. Сөнки был объекттар яңы йылға тиклем әҙер булырға тейеш.
Фото: uks.rb
Читайте нас: