Уны БР Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк. Кәңәшмәлә БР башҡарма власы, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың төбәк органдары етәкселәре, район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша.
Сарала торлаҡ-коммуналь хужалығындағы һәм юл-транспорт комплексындағы хәлдәр, ер бишәмәләренең дәүләт кадастр баһалауы һөҙөмтәләре тикшереләсәк.
Видео конференцияһында эш хаҡы буйынса түләнмәгән бурыстарҙы ҡаплау саралары, эшкә яраҡлы йәшле инвалидтарға эш биреүгә һөйләшеү ҙә буласаҡ. 2019 йылға ҡарата милек һалымдарын түләү ҙә ҡараласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән