Беҙҙең биатлонсы ҡыҙҙар баштан уҡ атыуҙа хаталанып, көрәште бишенсе-алтынсы урынға алып барҙы. Тәүге этаптарҙв йүгергән Воронина менән Миронованы аңларға була, сөнки улар әлегә тәжрибәһеҙлерәк, ә бына Юрлова-Перхтың хаталаныуы аңлашылмай. Һуңғы этапта йүгергән Куклина әҙерәк булһа ла тырышты, әммә бишенсе урындан ары китә алманы. Һаман да ни атыуҙан, ни йүгереүҙән юҡтар... Хәҙер Швейцариянан да ҡала башланылар. Улар, афарин! Норвегия командаһынан ҡала икенсе урын алып, ҙур уңышҡа өлгәште. Өсөнсө – ярыш хужалары.