Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабря 2019, 10:55

Чернышев дивизионынан Никита Сошников һайланды

2020 йылда буласаҡ хоккей буйынса КХЛ “йондоҙ”ҙар уйыныда “Салауат Юлаев”тан Никита Сошников ҡатнашасаҡ.

Ул Рәсәй үҙәк журналистарының тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса һайланды. Шулай уҡ Бобров дивизионынан Дмитрий Яшкинға (“Динамо”, Мәскәү) һәм Тарасов дивизионынан Кирилл Капризоҡа (ЦСКА) тауыш бирҙеләр. Әлегә Харламов дивизионынан ғына һөжүмсе юҡ. Уға Павел Дацюк, Брукс Мэйсек, Сергей Мозякин һәм Владимир Ткачев дәғүә итә.
2009 йылдан алып йыл да уҙған бәйге, Мәскәүҙең ВТБ Аренаһында 11 – 19 ғинуар үтәсәк.
Фото: ТАСС
Читайте нас