Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2019, 06:45

“Уфимец” баскетболсылары уҡыусыларҙы тәбрикләне

Бөгөн “Уфимец” баскетбол командаһы уйынсылары мәктәп баскетбол лигаһының “КЭС-БАСКЕТ” еңеүселәрен тәбрикләне.

Улар Өфөнөң Ленин районы уҡыусыларына бүләктәр тапшырҙы. Уға тиклем команда спортсылары уҡыусылар менән аралышып, дәрестәренә лә инеп ултырҙы. Уларға киләсәктә уңыштар теләп, үҙҙәренең уйындарына саҡырҙы.
“Уфимец” командаһы Рәсәй суперлигаһының беренсе дивизионы беренселегендә ҡатнашып, 11 һәм 13 декабрҙә Екатеринбург һәм Ревда клубтарын ҡабул итәсәк.
Фото: БК“Уфимец”
Читайте нас