Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2019, 12:00

Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада федераль кимәлгә күтәрелде

Рәсәй Мәғариф министрлығы башҡорт теленән төбәк-ара олимпиаданы федераль олимпиадалар исемлегенә индерергә ҡарар сығарҙы, тип белдергән Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Лилиә Ғүмәрова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн милләттәштәребеҙҙең 40 проценты республиканан ситтә төпләнгән. Пермь крайында 32 меңдән ашыу, Свердловск өлкәһендә – 31, Татарстанда — 14 мең, Ырымбур өлкәһендә — 47 мең самаһы, Ҡурған өлкәһендә 12 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй.
Фото: Башинформ
Читайте нас