Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2019, 12:15

Балаҡатайҙарҙың сигелгән күлдәктәре, алъяпҡыстары бигерәк матур!

Балаҡатай районынан күргәҙмәгә «Тамбур» халыҡ студияһы коллективы үҙенең хеҙмәт емештәрен алып килгән.

Тамбурлы сигеү менән сигелгән алъяпҡыстар, күлдәктәрҙән күҙҙе алырлыҡ түгел, бигерәк матур!
– Балаҡатай районының Билән ауылында беҙҙең клуб 20 йылдан ашыу эшләй. Күргәҙмәләрҙә гел ҡатнашабыҙ. Бик оҡшай. Үҙебеҙ ҙә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәбеҙ, – тип һөйләй халыҡ студияһының художество етәксеһе Венера Ғәлиәкбәрова.
Читайте нас