Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабря 2019, 08:35

Бесәй баланы туғыҙынсы ҡаттан ҡолатҡан

Бесәйегеҙҙе ранецҡа һалмағыҙ. Шул килеш ранецты арҡағыҙға аҫмағыҙ. Аҫһағыҙ, асыҡ тәҙрәгә яҡын килмәгеҙ йә балконға сыҡмағыҙ.

Ямалда ете йәшлек бер ҡыҙ бала туғыҙынсы ҡаттан ҡолап төшкән. Ул ни бары тәҙрәне асып аҫҡа ҡараған. Ә арҡаһында эсенә бесәй һалынған ранец булған. Бесәй ҡыбырлай башлаған да, ҡыҙыҡай, ауырлыҡты тота алмайынса аҫҡа осҡан.
Ярай әле, көрт булғанлыҡтан, тере ҡалған. Әммә йәрәхәттәре бар.
Тикшереү күрһәтеүенсә, хәл былай булған. Әсәй кеше, мин ҡайтҡас, урамда йөрөрбөҙ, тип балаһын өйҙә яңғыҙ ҡалдырған. Ҡыҙ әсәһен көткән-көткән дә, ул оҙаҡлағас, кейенеп, рюкзагына бесәйен дә һалып, уныһын арҡаһына аҫып, әҙерләнеп ултырған. Әсәһен ҡарайым тип, тәҙрәгә килгән дә, уны асып, тышҡа һуҙылып ҡарайым тигәнсе, ҡолап та төшкән. Үҙе әйтеүенсә, бесәй ныҡ тулаған да...
Фото: pixsabay.com
Читайте нас