Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабря 2019, 10:55

"Өфө. Тере тауыш" тапшырыуы экрандарға сығасаҡ

Ул - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңы проекты.

Музыкаль телешоу аҙна һайын күрһәтеләсәк. Алып барыусыһы Рөстәм Булатов Башҡортостан халҡын фатир концерты формаһында республиканың музыкаль төркөмдәре менән таныштырасаҡ.
Исемдәре күптән билдәле йырсылар, коллективтар менән бер рәттән халыҡ "ынйы"ларын күрһәтеү ҡаралған. Тәүге тапшырыуҙарҙа "Арғымаҡ", "Sahara camels", "Катя Ямщикова" төркөмдәре сығыш яһарға әҙерләнә.
"Өфө. Тере тауыш" тапшырыуы тәүгә был йомала, 6 декабрҙә БЮТ телеканалында киске сәғәт 12-се яртыла сығасаҡ. Тәүге ҡунаҡ - "Катя Ямщикова" төркөмө.
Читайте нас