БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында бөйөрҙө күсереп ултырытып буйынса тәүге операция 1996 йылда яһала. Шунан алып әлеге көнгәсә бында ошондай 468 операция үткәрелгән.
2019 йыл йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операциялар буйынса рекордлы йыл булған. Ғәҙәттә бындай операция йылына өс-дүрт тапҡыр ғына булһа, быйыл иһә уларҙың һаны ике тапҡырға тиерлек артып, етәүгә еткән.
Бауырҙы һәм бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса операциялар Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында яһала. Ә йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операциялар Республика кардиология үҙәгендә үтә.
Әлеге ваҡытта 155 кеше бөйөрҙә күсереп ултыртыу буйынса операция көтөүселәр исемлегендә, ә 66 пациент бауырға, 22 пациент йөрәккә операция көтә. Бынан тыш, ашҡаҙан аҫты биҙен күсереп ултыртыуға ла сират билдәле. Бындай операцияға 21 кеше дәғүә итә.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте