Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2019, 10:50

Яңынан эшләп китәсәк

Бөгөн, үкенескә күрә, банкрот хәленә төшкән хужалыҡтар, предприятиелар байтаҡ. Ҡайһыһылыр һөҙөмтәһеҙ эш алымдары арҡаһында, берәүҙәре хаталы сәйәсәткә бәйле бер урында тапана ла, юҡҡа сыға. Ә бит араларында халыҡ өсөн дә, төбәктең дөйөм үҫеше өсөн дә кәрәклеләре күп була. Үҙенең ауыр осорон кисергән М. Ғафури исемендәге хужалыҡтың яҙмышы тиҙҙән хәл ителәсәк.

Был турала "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров яҙып ҡуйған. Уның белдереүенсә, фабрика ҡатмарлы банкрот процедураларына батып ике йыл туҡтап торған.
- ...Мы с первого дня приняли решение сделать все, чтобы она скорее заработала. И вот сегодня здесь появились 61198 птенцов. У ста человек снова есть работа. На подходе - еще 113000 птенцов. Будем поддерживать Башкирский птицеводческий комплекс имени Гафури и дальше, - тигән Республика етәксеһе.
Тимәк, тиҙҙән. Ситтән һатып алыуға ҡарағанда, үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны ҡулланыу яҡшыраҡ. Шулай түгелме ни?
Читайте нас