Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2019, 17:30

Балтастарҙың үҙ фестивале бар...

Фәрдүнә Ҡасимова исемендәге "Тамаша" фестивалендә республиканың 12 төбәгенән 16 театр коллективы ҡатнашты.

Дүрт көн барған бәйгелә Флорид Бүләковтың "Шайморатов генерал" әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль менән Балтас районының "Балҡыш" театр коллективы (етәксеһе Редик Ғәниев) гран-при яуланы. 1-се урынға Мишкә районының "У илыш" мари халыҡ театры лайыҡ булды.
Сарала быйыл үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләүсе педагог, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, театр белгесе, М. Царев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрдүнә Ҡасимова үҙе ҡатнашты һәм һәр спектаклде ҡарап, үҙ баһаһын бирҙе. Легендар шәхесте яҡташтары исеменән Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев ҡотланы.
Читайте нас