Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2019, 14:05

Бәләбәйҙә совет ултырышы башҡортса уҙҙы

Ошо көндәрҙә Бәләбәй районы Советы депутаттарының утыҙ дүртенсе ултырышы беренсе тапҡыр башҡорт телендә үтте.

Муниципаль район Советының сираттағы ултырышы эшендә депутаттарҙан тыш, район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, уның урынбаҫарҙары, Йәштәр советы вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты президиум ағзаһы Дамир Фәнис улы Хәбибрахманов алып барҙы.

Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә буйынса финанс идаралығы начальнигы Тәбрис Яхин сығыш яһаны. Ул 2020 йылдың 1 ғинуарынан һалым һалыу системаһына индереләсәк үҙгәрештәр тураһында ентекләп һөйләне.

Артабан социаль үҫеш идаралығы белгесе Сәлимә Хәйруллина 2019 йылда районда Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм БР халыҡтарының этномәҙәни үҫешен нығытыу программаһының нисек бойомға ашырылыуы менән таныштырҙы.
Бәләбәй – күп милләтле район. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуҙа байрамдарҙың роле ҙур. Райондың мәҙәниәт учреждениелары граждандар берҙәмлеген һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, төрлө милләт вәкилдәренең этномәҙәни үҫешеүенә йүнәлтелгән меңдән ашыу мәҙәни һәм мәғлүмәт-ағартыу сараһы ойошторған. Муниципаль программа киләһе йылда ла ғәмәлдә буласаҡ.

Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр буйынса депутаттар үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Совет депутаттары рәсми ултырыштың башҡорт телендә үткәрелеүе икенсе дәүләт телен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеүен билдәләне, башланғыстың уңышлы дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Читайте нас