Әлегә өфөләр 40 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһында өсөнсө баҫҡыста урын алған. Юғарыла – «Аҡ барс» (51 мәрәй). Икенсе урында килгән «Авангард» иҫәбендә 43 мәрәй.
«Трактор» клубы иһә бары 24 мәрәй яулап, конференцияла аутсайдер булып иҫәпләнә. Уларҙан өҫтә килгән «Амур» командаһы иҫәбендә – 28 мәрәй.
Һуңынан юлаевсылар Магнитогорскиға юлланасаҡ.
Көнбайышта ЦСКА клубы һуңғы арала юғалтыуҙар кисерһә лә, лидерлыҡ позицияһын юғалтмаған. Улар бөгөн Магнитогоскиҙа «Металлург» менән осрашасаҡ.