Баймаҡ районынан Райхана Булатова хәбәр итә:
- Яңы күк ҡабағы асылды. Ысын. Ошолай башланды. Фонарь һымак и яйлап ҙурайҙы, урынында өйрөлдө и таралды. Аңламаныҡ . Кем күрҙе?
Сибай ҡалаһынан Гөлдәр Кәримова:
- Әле яңыраҡ ҡына. Иптәшем күргән (өсөнсө фотола)
- Ишембайҙа. Ҡала төркөмөнән алдым, - ти Вәсилә Исхаҡова (дүртенсе фото).
Был хәлгә аңлатма ябай. Плесецк, Байконур йәки Көнсығыш космодромынан ракета осорғандар, шуның эшләп, яғыулығы бөткән быуыны ергә шулайтып төшә.